15 июндә Ишембай районында Торатау итәгендә «Сармат вариҫтары» этно-фольклор фестивале уҙғарыла. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Сармат вариҫтары» — сармат халҡының боронғо һәм серле мәҙәниәте менән таныштырған фестиваль. Байрамға тотош республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 5 меңгә яҡын кешенең килеүе көтөлә. Фестиваль ҡунаҡтары милли уйындарҙа, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, Эльбрус Ниғмәтуллиндың шоуын, һыбай йөрөү оҫталығыг, атта сабып барған килеш уҡтан атыу буйынса турнирҙарҙы ҡарай ала.