Ул меңләгән кешене бергә йыйҙы. Байрамда беҙҙең телерадиокомпания ла ҡатнашты.
Был көн тамашасылар хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Баш осонан ғына көслө мотор тауышы менән Ан 2 самолеты оса. Ҡатнашыусылар байрамға төрлө техникала килгән. Самолет, вертолет, мотодельтопландар, бында хатта автожирҙы ла тап итергә мөмкин, әйткәндәй һуңғыһы кесе авиацияла иң хәүефһеҙ транспорттарҙан һанала.
Авиашоуҙы асыу тантанаһы 12 парашютсы сығышынан башланды. Уларҙың ҡайһыларына флаг менән төшөргә тура килә. Беҙҙең телерадиокомпания ла авиация тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотларға булды. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы байрағын 1 мең 200 метр бейеклектән Наталья Ғәбиҙуллина алып төштө.
Стажлы спортсы өсөн был 1 мең 159-сы һикереү. Һәр осош етди әҙерлек талап итә, ти парашютсы.
Авиашоуҙа ысын мәғәнәһендә байрам кәйефе хөкөм һөрҙө. Сара юғары кимәлдә ойошторолған. Самолет спорты оҫталарын күрер өсөн тамашасылар республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылғайны.
Бөйөк Ватан һуғышындағы һауа алышын пилоттар юғары оҫталыҡ менән башҡарып күрһәтте. Был күренеш пиротехник, шартлау, ялҡын эффекттары менән оҙатылып барҙы, тамаша ысынбарлыҡтағы бәрелеште хәтерләтте. Авиация байрамына ветерандар ҙа саҡырылған, улар Первушин аэродромының мөмкинлектәре менән ҡәнәғәт ҡалды.
Первушин – ябай аэродром комплексы ғына түгел. Бөгөн бында буласаҡ пилоттарҙы һәм парашютсыларҙы әҙерләйҙәр. Авиашоуҙа үҙ оҫталыҡтарын күрһәткән 15 пилоттың араһында берҙән – бер ҡыҙ ҙа бар. Өфөлә йәшәүсе Оксана Тимофеева тәүге тапҡыр сентябрь айында осош яһап ҡарай һәм был уның яратҡан шөғөлөнә әүерелә.
Башҡортостанда самолет һәм парашют спорты йылдам үҫеш ала. Бөгөн уны артабан да киңәйтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар ти сараны ойоштороусылар. Бының кеүек авиация байрамдары иһә был тармаҡҡа күберәк йәштәрҙе йәлеп итәр тигән ышаныс та нығына.