Был аҙна аҙағына балалар баҡсаһына сиратҡа торғандар интернет аша бөтә мәғлүмәтте күҙәтеп бара аласаҡ. Республикалағы юлдар торошо, ремонт, асфальт һалыу һәм башҡалар хаҡында ла мобиль ҡушымтала белергә мөмкин. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. “Юлдарҙы йүнәтеп тә ҡараманылар...” Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән комментарийҙарҙы юл хужалығы өсөн яуаплы чиновниктарға төбәне. Соҡорҙарҙы ямау 80 процентҡа үтәлде тигән хәбәргә кешеләр тәнҡит менән ябырылды, тимәк “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы уңышлы эшләп китте тигән хисаптарығыҙ буш һүҙ, тине Радий Хәбиров һәм мөрәжәғәттәҙең барыһын да ентекле тикшереп еренә еткереү бурысын ҡуйҙы.Киләсәктә мобиль ҡушымта ярҙамында республиканың теләһә ниндәй өлөшөндәге юл тураһында тулы мәғлүмәт тә алырға мөмкинлек булырға тейеш. Мәҫәлән теге йә был ауыл араһында ҡасан асфальт буласаҡ, капиталь ремонт ҡасанға планлаштырылған, йә эштәр ҡайһы ваҡытҡа тамамланырға тейеш һәм башҡалар. Балалар баҡсаһына сират та асыҡ буласаҡ. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо аҙна аҙағына ата-әсәләр баланың ҡабул ителеүе — ниндәй баҡсаға һәм төркөмгә йөрөүе тураһында тулы мәғлүмәт менән таныша аласағын әйтте. Электрон сираттың сайты edu-rb.ru. Бөгөн Башҡортостанда 3 йәшкәсә 2 678 сабый балалар баҡсаһына юлламаға сиратта тора. Властар 2021 йылға балалар баҡсаларында урындар мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә вәғәҙәләй. Ә әлегә төркөмдә 25-тән күберәк балалар шөғөлләнгән осраҡта тәрбиәселәргә өҫтәмә аҡса түләргә нәитләйҙәр. Был башланғыс киләһе йылдан ғәмәлгә инергә тейеш. Башҡортостанда хеҙмәт миграцияһының сәбәптәрен дә ентекләп өйрәнергә кәрәк. Йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндереү зарур, тине оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров. Ул Мәскәү аэропортында осратҡан яҡташтары менән аралашҡандан һуң үҙ фекерен әйтте. Улар яҡшы эш хаҡы алалар әлбиттә, беҙ әлегә ундайҙы тәҡдим итә алмайбыҙ, йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндерергә кәрәк, тине республика етәксеһе. Башҡортостан властары ҡала, ҡасаба урамдарын тулыһынса яҡтыртыу маҡсатын ҡуйғайны. Бының өсөн 140 мең лампа урынлаштырырға, 43 мең бағана ултыртырға, 5 мең километр сым һуҙырға кәрәк. Быйылға 23 мең лампа ҡуйыу планлаштырылған. Әлегә 22 проценты үтәлгән. 1 сентябргә тиклем мәктәп, балалар баҡсалары янын яҡтыртыуҙы тулыһынса атҡарып сығыу бурысы ҡуйылды.
Юлдарҙа соҡорҙар ҡасан бөтөр?
Тулыраҡ: Юлдарҙа соҡорҙар ҡасан бөтөр?