Башҡортостанда ағас эшкәртеүсе предприятие барлыҡҡа икләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда ағас эшкәртеүсе предприятие барлыҡҡа икләсәк

Республика хөкүмәтендә “СибайПлитПром” йәмғиәте инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеүгә ярашлы, Баймаҡ районында ОСП плита етештереү буйынса завод төҙөлөшө, уға эшсе белгестәр әҙерләү үҙәге һәм йылына бер миллион кубометрға тиклем ағас әҙерләү көтөлә. Проект урындағы эшҡыуарҙар менән ағас эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Завод төҙөлөшө төбәктә бер меңдән ашыу яңы эш урындарын булдырасаҡ.