Республика кардиодиспансерын киләһе ике йылда ҙур үҙгәрештәр көтә

Тулыраҡ: Республика кардиодиспансерын киләһе ике йылда ҙур үҙгәрештәр көтә

Бында тиҙҙән яңы хирургия корпусын төҙөү башлана. Ике йыл эсендә заман талаптарына яуап биргән дауахана файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төп маҡсат-яңы урындар булдырыу түгел, ә дауалауҙың алдынғы кимәленә өлгәшеү. Айырыуса, ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең һаулығына иғтибар артасаҡ. Республикала халыҡтың 40 процентҡа яҡыны ауылда йәшәй, демография үҫешен дә йышыраҡ улар күтәрә, ә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенең ауылдағы күрһәткесе түбән.