Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ҡырым республикаһы буйынса баш идаралығы Орджоникидзе ауылы янындағы пляжда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында шартламай ҡалған бомбаларҙы юҡ итте. Бер тонналыҡ өс минаны һәм 500 килограмлыҡ авиабомбаны дайверҙар тапҡан. Операция ике көн дауам иткән.
  • Нью-Йоркта Альберт Эйнштейндың хаттары аукционға сығарылды. Физик-теоретик Пол Эпштейнға яҙылған хатты белгестәр 50 мең долларға баһалаған. Быйыл бөйөк ғалимдың тыуыуына 140 йыл тулды.
  • Бүрәт республикаһында Модонкүл ҡыҙғылт-һары төҫкә ингән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йылғаға сәнәғәт комплексынан шыйыҡса аҡҡан. Тикшереүҙәр һыу кадмий, марганец кеүек ауыр металдар менән бысраныуын күрһәткән. Модонкүл Джида, ә Джида Селенга йылғаһына ҡоя. Белгестәр Байкалдың бысраныу ихтималлығы тураһында иҫкәртә.
  • Төркиәнең Батман виләйәтендә урынлашҡан Хәсәнкәйеф ҡалаһы бер аә эсендә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Ошо урында хакимиәттәр яңы гидроэлектр станцияһы төҙөргә ҡарар иткән. 1260 йылда боронғо ҡаланы монголдар емерә, әммә һуңынан уны ҡабаттан тергеҙәләр. Хәсәнкәйефтә 4 мең мәмерйәнән торған ер аҫты ҡалаһы ла урынлашҡан.
  • Тамбовта Көнбайыш хәрби округтың ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған махсус тәғәйенләнештәге отрядтарының күнекмәләре башланды. Тактик төркөмдәр уңайһыҙ позицияларҙан күсеп йөрөүсе сәптәргә автоматтан һәм пистолеттан атыу таһыллығын шымартасаҡ. Күнекмәләр бер ай дауам итә. Һуңынан ҡыҙҙар Бөтә армия ярыштарында ҡатнаша.