Эттәрҙе йөрөтөү тыйыла

Тулыраҡ: Эттәрҙе йөрөтөү тыйыла

„Эттәрҙе йөрөтөү тыйыла„. Өфөлә дүрт аяҡлы дуҫтарҙы йөрөтөү өсөн махсус урындар барлыҡҡа килерме? Күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүсе Елена Стахнева Бумер ҡушаматлы этен балалар майҙансығы янында ҡыҫҡа теҙгендә йөрөтөргә мәжбүр. Елена әйтеүенсә, көнө буйы фатир эсендә бикле торған этте, тышҡа сығарып теҙгендә йөрөтөү генә аҙ. Ул иректә лә йөрөргә тейеш. Бының өсөн ҡатынға ҡалның икенсе өлөшөндә ятҡан махсус майҙанға барыу талап ителә.Майҙан мәсьәләһе Кузнецов Затоны урамына күскән бер төркөм эт хужаларын да борсой. Махсус урындың булыуы әллә күпме күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотҡарыр ине, ти улар.Дүрт аяҡлы дуҫтары өсөн борсолған халыҡ депутаттарға ҙур үтенес менән дә мөрәжәғәт итә. Ҡала эсендә урынлаштырылған майҙандар ҙа талаптарға тап килмәй ,ти улар.Күптән түгел Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаты Артур Хажиғәлиевҡа инициатив төркөм социаль селтәрҙәрҙә был һорау менән мөрәжәғәт итә. Ҡалалағы һәр унынсы ғаилә эт аҫырай, был мәсьәләне мотлаҡ хәл итеү кәрәк, тигән фекерҙә ул. Артур Хажиғәлиев фекеренсә, булған майҙандар ҙа шартына килтереп эшләнмәгән. Күнекмәләр өсөн махсус ҡоролмалар, эт тиҙәген ташлау өсөн сүп-сар һауыттары, ҡояш байығас килеүселәргә электр уттары ла ҡуйылмаған.Эттәрҙе йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡтар Өфөлә ни бары өсәү... Уларҙың береһе Калинин районында урынлашҡан... Тик ул да башҡалар кеүек үк еренә еткереп эшләнмәгән. Мәҫәлән, ҡойма 2 м, ә торлаҡ йорттарға тиклем ара 5 м- да кәм булмаҫҡа тейеш.