Ул быға тиклем эшләгән ике касса үҙәген берләштерә. Аҡса һаҡлағысын асыу тантанаһында Рәсәй үҙәк банкы рәйесе урынбаҫары Руслан Вестеровский, Үҙәк банктың Уралдағы баш идаралығы етәксеһе Рөстәм Марҙанов, республика Милли банкы рәйесе Марат Кашапов, банк вәкилдәре, төҙөүселәр ҡатнашты. Башҡортостандың милли банкы бүлеге нигеҙендә шулай уҡ берҙәм хеҙмәтләндереү үҙәге лә барлыҡҡа килде. Бөтә Рәсәй Банкы кадрҙар хеҙмәтенең бер өлөшө унда күсерелә. Әле үҙәктә 11 кеше эшләй. 2020 йылдың 1 кварталында уларға 80 хеҙмәткәр ҡушыла.
Өфөлә ҡулаҡса һаҡлау өсөн юғары технологиялы касса үҙәге асылды
Тулыраҡ: Өфөлә ҡулаҡса һаҡлау өсөн юғары технологиялы касса үҙәге асылды