1 августҡа тиклем Башавтотранс өр-яңы 26 ҙур автобус ала

Тулыраҡ: 1 августҡа тиклем Башавтотранс өр-яңы 26 ҙур автобус ала

Улар барыһы ла ҡала-ара маршруттарға сығасаҡ. Ә август аҙағына урта класслы 222 автобус килеп етә, улар иһә ҡала эсендәге һәм ҡала-райондар араһындағы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Бөтәһе киләһе йылдың апреленә тиклем республика юлдарына 589 яңы автобус сығыр тип көтөлә. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар өсөн яҡынса 3 аҙнанан берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә.