Гибрид һуғышын нисек аңларға?

Тулыраҡ: Гибрид һуғышын нисек аңларға?

Ошо көндәрҙә Өфө дөйөм тырышлыҡ менән донъяның хәүефһеҙлегенә өлгәшер бурыстар тураһында фекер алышыу майҙанына әйләнде. Именлек мәсьәләләрен көйләү вәкилдәренең халыҡ-ара форумы быйыл унынсы тапҡыр үтә. Кәңәшмәлә 100-ҙән ашыу ил вәкиле ҡатнаша.Рәсәй именлек советы ойошторған халыҡ-ара форумдың именлек мәсьәләләре буйынса хәл иткес әһәмиәтен донъяның һәр ҡитғаһында урынлашҡан ил вәкиле таный. Сараның географияһы йылдан-йыл киңәйә, ҡатнашыусылар иҫәбе генә түгел, ә үткәреү урыны буйынса ла. Кабо-Верде, Эсватини, Көнсығыш Тимор, Науру, Комор утрауҙары, Сьерра-Леоне, Мальдив республикаһы быйыл беренсе тапҡыр йыйында ҡатнашһа, дәрәжәле ҡунаҡтарҙы тәүгә Башҡортостан ҡабул итә. Был иһә сит илдәргә Рәсәй төбәктәренең төрлөлөгөн һәм халыҡтар ҡунаҡсыллығын күрһәтер өсөн мөһим. Конференцияның йәнә бер үҙенсәлеге – теләгән һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләне уртаҡлаша ала. Рәсәй именлек советы секретары Николай Патрушев билдәләүенсә, һәр форум хәүефһеҙлек юлында айырым бер йүнәлешкә арнала. Донъя дәүләттәре именлек хеҙмәте вәкилдәрен, тәү сиратта, Рәсәйҙең терроризмға ҡаршы көрәш тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра. Берләшкән Милләттәр ойошмаһының форумда ҡатнашыусыларҙан милли хәүефһеҙлек, тотороҡло үҫеш һәм гуманитар яуап сараларына айырым иғтибар көткәнен халыҡ-ара ойошма рәйесе урынбаҫары Владимир Воронков белдерҙе. Рәсәйҙең тышҡы разведка хеҙмәте директоры Сергей Нарышкин именлек белгестәре иғтибарын донъяны гибрид хәүефенән аралау мәсьәләһенә йүнәлтте. Форумда ҡатнашыусылар беренсе көндә гибрид хәүефе шарттарында дәүләттең социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Бөгөн иһә илдәрҙең стратегик тотороҡлоғон һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ғәҙәттән тыш гуманитар сараларҙы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә ҡулланыу мәсьәләһе тикшереләсәк. Именлек мәсьәләләрен көйләү хеҙмәте вәкилдәренең 10-сы халыҡ-ара форумында махсус күргәҙмә эшләй. Сит ил делегатары Рәсәйҙә ҡулланылған һәм төрлө кимәлдәге йыйындарҙа үҙен файҙалы һәм ышаныслы тип танытҡан йыһаздар һәм ҡорамалдарҙы ҡарай шулай уҡ Башҡортостандың сәнәғәт һәм инвестиция мөмкинлектәре менән таныша ала. Конференцияның өсөнсө көнөндә “түңәрәк өстәлдәр” ойоштороу көтөлә. Фекер алышыу майҙандарына терроризм идеологияһын таратыуға ҡаршылыҡ күрһәтеү һәм глобаль мәғлүмәт даирәһендә халыҡ-ара мәғлүмәти хәүефһеҙлек саралары темалары сығарыласаҡ. Форум барышында Рәсәй именлек советы секретарының Африка дәүләттәре вәкилдәре менән ике яҡлы осрашыуҙары ла ҡаралған.