Башҡортостанда үҫетерелгән картуф менән ниңә ситтәр сауҙа итә?

Тулыраҡ: Башҡортостанда үҫетерелгән картуф менән ниңә ситтәр сауҙа итә?

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтары үҙгәргән. Май айы менән сағыштырғанда йәшелсә-емештең күбеһе арзанайған. Алан Мамедов күмәртәләп һатыу баҙарында Башҡортостанда үҫетерелгән картуф менән сауҙа итә. Был эштең әллә ни файҙаһы юҡ, сөнки миҙгел башланыу хаҡтар көндән-көн арзаная, ти эшҡыуар. Ун көн элек быйылғы картуфтың бер килограмы 45 һум торһа, хәҙер уны 30 һумға ла һатып булмай. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, майҙа картуфтың хаҡы 17 процентҡа тиклем арта, һуңынан арзаная башлай.Баҙарҙа йәш һуған менән кишерҙе – 28, сөгөлдөрҙө — 23 һумға һатып алырға мөмкин. Кәбеҫтәнең хаҡы бер килограмы өсөн 10 һумға тиклем арзанайған. Сит илдән килтерелгән сейәгә хаҡ ике тапҡырға күтәрелгән....былтыр күмәртәләп һатыу урынында уның хаҡы 170 һум булһа, быйыл бер кг сейә өсөн 300-340 һум бирергә кәрәк.Емештең ике тапҡырға ҡиммәтләнеүен Үзбәкстан һатыусылары көн торошо менән бәйләй.Үткән йыл менән менән сағыштырғанда йәшелсә-емештең хаҡы яҡынса ике процентҡа ҡыйбатланған. Шул уҡ ваҡытта белгестәр тауыҡ йомортҡаһына, һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡ итенә, шәкәргә, һуттарға хаҡтарҙың арзанайыуын билдәләй.