Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Астрахань өлкәһенең Капустин Яр полигонында Төнъяҡ флот күнекмәләре үтә. Уның сиктәрендә “ТОР” арктика зенит-ракета комплекстары төрлө ерҙән һәм бейеклектән осоролған сәптәрҙе юҡ иткән. “ТОР” комплексы 50 градус һыуыҡта ла эшләүгә һәләтле, ул сәп табылып бер нисә секунд үтеү менән уны юҡ итә.
  • Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте Калуга өлкәһендә нарколаборатория ойоштороусыларҙы ҡулға алды. Уларҙың шәхси йортонда химик реативтар, лаборатор ҡорамалдар, 30 килограмм амфетамин, 460 литр прекурстар табылған. Ике кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
  • “Һары жилеттар” 31-се тапҡыр Париж урамдарына сыҡҡан. Полиция уларға ҡарата күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар Викиликсҡа нигеҙ һалыусы Джулиан Ассанжды яҡлап сығыш яһаған.
  • Швейцария пилоты һәм уйлап табыусыһы Ив Росси аҫып йөрөлмәле реактив ҡоролмала Доломит Альптары өҫтөнән сәғәтенә 278 километр тиҙлектә осоп үткән. Росси осоусы аппаратты үҙе эшләгән. Уның ҡанаты пилоттың арҡаһына беркетелеп ҡуйылған.