Балалар баҡсаһына сират асыҡ буласаҡ

Тулыраҡ: Балалар баҡсаһына сират асыҡ буласаҡ

Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо аҙна аҙағына ата-әсәләр баланың ҡабул ителеүе — ниндәй баҡсаға һәм төркөмгә йөрөүе тураһында тулы мәғлүмәт менән таныша аласағын белдерҙе. Электрон сираттың сайты edu-rb.ru. Башҡортостанда әле 3 йәшкәсә 2 мең 678 сабый балалар баҡсаһына юлламаға сиратта тора. Хакимиәттәр 2021 йылға балалар баҡсаларында урындар мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә вәғәҙәләй. Ә әлегә төркөмдә 25-тән күберәк балалар шөғөлләнгән осраҡта тәрбиәселәргә өҫтәмә аҡса түләргә нәитләйҙәр. Был башланғыс киләһе йылдан ғәмәлгә инергә тейеш.