Уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре менән таныша башланы. Мәҫәлән, билдәле булыуынса, Башҡортостанда профилле математиканы тапшырған 11 мең уҡыусы араһынан 18-е 100 балға яҙған. Юғары балл алыусыларҙың ун бере – Өфөнән, өсәүһе – Октябрьскийҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Нефтекаманан — икешәр. Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу һәр уҡыусының хыялы тиергә мөмкин. Ә бына Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаған Владимир менән Дмитрий өсөн математика фәне буйынса 100 балл йыйыуҙары тураһындағы хәбәр бик үк аптыратмай. Берҙәм дәүләт имтиханын еңел һынау, тип ҡабул иткән егеттәр республика һәм ил кимәлендәге олимпиадалар еңеүселәре булып сыҡты. Шуға ла имтихан һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың теләгән юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ инеү мөмкинлеге бар. Егеттәрҙең башҡа уҡыусыларға төп кәңәше – күберәк олимпиадаларҙа ҡатнашыу. Үҙ көстәреңә ышаныу һәм үҙеңде имтихан мәлендә тыныс тотоу уңыш өсөн бик мөһим, ти Роман Злобин. Ул да математиканан 100 балл йыйыусылар рәтендә. Тыйнаҡ егет үҙенең тырышлығы менән маҡтанмай, ә уҡытыусыһының оҫталығын билдәләй.Әлбиттә, уҡытыусыларҙың да төрлөһө була. Был егеттәрҙең остазы бер – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Михаил Саханевич. Уның уҡыусылары араһында йыл һайын тиерлек 100 балл йыйыусылар бар. Баланың һәләте һәм көсөргәнешле хеҙмәте мөһим, шул уҡ ваҡытта, уҡытыусының сифатлы, намыҫлы эше лә ҙур роль уйнай, ти ул.Быйыл Башҡортостанда математиканан база кимәлендә ете меңдән ашыу уҡыусы имтихан тапшырған, уларҙың яртыһы тиерлек һынауҙы “бишлегә” яҙған. Ә был фәнде профилле предмет булараҡ һайлаған 11 мең уҡыусы араһында 18 йөҙ балл йыйыусы бар. Был күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда алты тапғырға күберәк.
Уңыш барлар мәл етте
Тулыраҡ: Уңыш барлар мәл етте