Мифтахетлин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендәге «Ҡорос» халыҡ театрына быйыл 10 йыл. Үҙҙәренең бәләкәй генә юбилейын улар оло еңеүҙәр менән ҡаршылай. Ошо көндәрҙә буласаҡ педагогтар «Тетр һәм балалар» Бөтә Рәсәй театрҙар фестивалендә лауреат исемен яуланы. “Ике һайыҫҡан”-Наил Ғәйетбайҙың тап ошо әкиәте менән “Ҡорос”халыҡ театры Удмуртиянан лауреат исеме алып ҡатты. Еңеү еңеү менән ә йәш артистар өсөн был тик сираттағы бер баҫҡыс ҡына. Алда оҙайлы репетициялар, гастролдәр... Ә төп бурыс, әлбиттә, уҡыу. «Ике һайыҫҡан» әкиәтендә төп роль – Шаҡылдаҡты башҡарыусы Салауат Заманов быйыл 2-се курсты тамамлай. Актер һөнәрен ҙур ихласлыҡ менән үҙләштерә.Сөнки, ул тормошто аңларға өйрәтә, тей ул. Әйткәндәй, Шаҡылдаҡ һәм Сиҡылдаҡ «Тетр һәм балалар» Бөтә Рәсәй тетраҙар фестивалендә «Иң яҡшы дуэт » номинацияһында еңеү яуланы. Бынан тыш тағы 2 номинация: "Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егеттәр роле", "Спектаклдең художество ҡоролошо өсөн"нрминацияһы ла — Ҡорос халыҡ театрында. Ә тетрҙың етәксеһе, ошо еңеүҙәргә килтереүсе режиссер Илнур Лоҡманов "Спектаклдең иң яҡшы режиссер ҡоролошо өсөн» тигән дипломға лайыҡ булды.Театрҙың үҙ сәхнәһе бар -Башҡорт дәүләт педагогия университеты тамаша залдары, үҙ тамашасыһы. Тимәк, актерҙар яңынан–яңы әҫәрҙәр менән халыҡты ҡыуандыра. Өфө генә түгел, Башҡортостан, сит өлкә, сит ил тамашасыһын.Башҡорт дәүләт педагогия университетында шәхесте төрлө яҡтан үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп, ти студенттар.Башҡорт дәүләт педагогия университетының Ҡорос халыҡ театры мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡара. Үҙҙәренә лә ҡорос ныҡлығы теләйһе ҡала.
«Ҡорос» халыҡ театрына 10 йыл
Тулыраҡ: «Ҡорос» халыҡ театрына 10 йыл