Эскән килеш руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелә

Тулыраҡ: Эскән килеш руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелә

Владимир Путин иҫерек водитель ғәйебе менән үлемесле юл фажиғәһе өсөн енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, хәҙер юл-транспорт ваҡиғаһында һаулыҡҡа ауыр зыян килтерелгән осраҡта, иҫерек водителгә 3 йылдан 7 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Аварияла кеше ғүмере өҙөлгән осраҡта 5-12 йылға ирек менән хушлашырға тура киләсәк. Ике һәм унан да күберәк кеше һәләк булған өсөн 8-15 йыл янай.