Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әйтеүенсә, маҡсат — 2024 йылға ғүмер оҙайлығы 78 йәшкә етергә тейеш. Проект һигеҙ өлөшкә бүленгән. «Һаҡсыл поликлиника» проектында ҡатнашыусыларҙы ла арттырыу ҡарала. Был проектҡа балалар поликлиникалары ла индерелә. Максим Забелин белдереүенсә, Республика балалар клиник дауаханаһын реконструкциялау барышын, балалар онкологияһы һәм гематология корпусы төҙөлөшөн Радий Хәбиров шәхсән күҙәтеүгә алған, ул һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова менән даими бәйләнештә. Төҙөлөштө 2020-2021 йылдарҙа башлау күҙаллана.
Башҡортостанға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллиард һум бүленә
Тулыраҡ: Башҡортостанға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллиард һум бүленә