Вьетнам вәкилдәре Күмертау авиация заводында эшләнгән «Ка» маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында белдерҙе. Махсус конструкциялы вертолеттар әле донъяның 30 илендә файҙаланыла. Уларҙың бортында радиоэлектрон ҡоролма яңыртылған, яңы эҙләү системаһы һәм радиоакустика ҡуйылған. Былтыр Күмертауҙа яңыса ҡоролған вертолеттар Балтика флотына тапшырылғайны.
Вьетнам КА маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһына
Тулыраҡ: Вьетнам КА маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһына