Өфөлә гараж хужалары һәм күп ҡатлы йорт төҙөүсе ойошма араһында ер өсөн көрәш бара

Тулыраҡ: Өфөлә гараж хужалары һәм күп ҡатлы йорт төҙөүсе ойошма араһында ер өсөн көрәш бара

Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә урынлашҡан кооператив майҙанына билдәһеҙҙәр сүп-сар түгә һәм урындағы гараждарҙы һүтә. Урындағы халыҡ төҙөүсе ойошма вәкилдәрен ғәйепләй. Был гараждарға хәҙер машиналар менән генә түгел, хатта йәйәүләп барыуы ла ҡатмарлы. Ике йыл элек билдәһеҙ кешеләр кирбес биналарҙы һүтә башлаған. Хужалар төҙөүсе компания вәкилдәрен ғәйепләй. Кооператив янындағы күп ҡатлы йорт төҙөү 2000-се йылдар башында башлана. Йылдар дауамында гараждар янына сүп-сар түгәләр, ә ауыр-йөк машиналары юлдарҙы боҙа.

Шулай ҙа төҙөүсе компания вәкилдәре иһә, бында беҙҙең ғәйебебеҙ юҡ, тип раҫлай. Йәнәһе лә гараж хужалары үҙҙәре кооперативты ошондай хәлгә еткергән. Гараж хужалары төҙөүсе компания вәкилдәренә барлыҡ рәсми документтарын күрһәтә. Килешеүгә ярашлы, улар ер өсөн йылда ҡуртым хаҡын түләй. Ҡаланың Киров районы хакимиәте иһә кооператив хужаларына гараждарҙы тейешле хәлгә килтерергә ҡуша. Тик бынан һуң гараждарҙы киренән һүтмәҫтәрме, уныһы билдәһеҙ.