5 көнлөк лагерҙә үҙеңде күрһәтеп өлгөрөргә, һәләтеңде асырға

Тулыраҡ: 5 көнлөк лагерҙә үҙеңде күрһәтеп өлгөрөргә, һәләтеңде асырға

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында йыл һайын балалар һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәнә.Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә яратҡан Гөлмилә Исхаҡова махсус балсыҡтан һындарҙы беренсе тапҡыр әүәләй. Эргәлә тәжрибәле уҡытыусы өйрәтеп торғанда эш тә ырай. Гөлмилә Баймаҡ районынан. Ә Азалия Асҡындан килгән, уның өсөн дә был беренсе тәжрибә. Тәүҙә эт һынын әүәләргә ниәтләһә, өйҙә ҡалған бесәйен һағынып, яратҡан хайуанын эшләй ҡыҙ.

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында йыл һайын республика райондарынан һәм башҡа өлкәләрҙән килгән 11 йәштән 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар йәйге лагерҙа һынлы сәнғәт, скульптура, композиция серҙәренә төшөнә. 5 көн эсендә балалар үҙҙәренең һәләттәрен аса. Ижади лагерҙа шөғөлләнгән уҡыусылар киләсәктә тап ошо гимназияла уҡырға теләктәрен белдерә. Әле лагерға 70-тән ашыу бала йөрөй. Иртәнән кискә тиклем уларҙың көнө файҙалы үтә.

Лагерь уҡыусыларға гимназия менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирә. Ата-әсәнән йыраҡ йәшәй аламы, ғөмүмән, ижад өлкәһе менән тормошон бәйләргә теләйме – ошо һорауҙарға үҙҙәренә яуап таба ала. Уҡытыусылар иһә үҙ сиратында һәләтле балаларҙы асыҡлай.