Өфө ошо көндәрҙә Өфө Халыҡ-ара именлек үҙәгенә әйләнде. Башҡортостандың башҡалаһында 119 илдең юғары вәкилдәре йыйылып, халыҡ-ара һәм төбәк хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен тикшерҙе. Күтәрелгән һорауҙар рәтендә вирустарҙың яңы штамдары һәм уларҙың таралыуы, банктарға ҡаршы йүнәлтелгән кибер-һөжүмдәр, мәғлүмәттәр базаһы системалары, тарихты фальсификациялау һәм интернет менән ҡулланыусы булараҡ һәр кемдең именлеге. 10-сы халыҡ-ара форумда ҡатнашыусылар араһында Европа, Африка, Азия, Яҡын Көнсығыш илдәренән делегациялар. Әйтергә кәрәк, быйылғы сара хатта Америка Ҡушма штаттары вәкилдәрен дә йәлеп итте.
Милли именлек-төп маҡсат
Тулыраҡ: Милли именлек-төп маҡсат