Сәйәси партиялар был һайлауҙарға ниндәй ҡарашта, ни өсөн Башҡортостанда партиялар һаны кәмей. Башҡортостандың сәйәси аренаһы өсөн был осор иң ҡыҙыу мәл. Шаршау артында төп партияларҙан тыш “Үҫеш партияһы”, “Тыуған партия”, “Бөйөк Ватан партиһы” тигән ойошмалар ҙа бар. Үҙ составында ни бары 4 кеше генә булған “Социаль реформалар – тәбиғи байлыҡтар халыҡҡа” тигән партия ла бөгөн ижтимағи тормошҡа үҙ һулышын өрөргә ниәт тота. Тик исемдең күп ваҡыт есемгә тап килмәүе лә бар. Башҡортостан Парламенты спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, байтаҡ сәйәси партиялар менән һайлау алдында ғына танышырға мөмкин. Башҡортостан парламентындағы осрашыуға саҡырылған 43 фирҡә вәкилдәрен бөгөн бер генә мәсьәлә борсой. Ул һайлау кампанияһын финанслауҙан тыш, нисек халыҡ ышанысын яулау.Хәбәрсе. Электорат бөгөн эшләгәндәргә генә тауышын бирәсәк. Фирҡәләр быны яҡшы аңлай. Быйылғы һайлауҙарҙа ҡатнашырға теләгән партиялар ни өсөндөр муниципаль кимәлгә иғтибар итмәй. Төп маҡсат – Башҡортостан башлығы вазифаһы. Осрашыуҙа был турала айырым әйтелде. Шулай ҙа урындағы үҙ идара органдарының вәкәләттәре, тимәк, депутаттарҙың мөмкинлегенең юғары булыуын аңларға кәрәк. Шулай ҙа Башҡортостандағы бер-нисә сәйәси фирҡә составында 4, 7, 10, 12 кеше генә бар. Уларҙың тауышы ишетелһен өсөн айырым идея кәрәк. Башҡортостанда парламентта булмаған партиялар өсөн быйылғы йәй тынғыһыҙ буласаҡ. Эш хәҙер мәҙәктә түгел, ә һөҙөмтәлә сағылырға тейеш. Йомғаҡтар һәм тәүге уңыштар кандидаттарҙы теркәүҙән үк билдәләнә. Ә сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһенән һуң Башҡортостандағы сәйәси фирҡәләрҙең һаны тағы ла кәмеүе ихтимал.
Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә