Был хаҡта интернеттағы сәхифәһендә Радий Хәбиров иғлан итте. Бер тәүлектә генә 12 меңдән ашыу кеше сәхифәне ҡарап сыҡҡан һәм 2 мең ярым кеше теркәлгән, 1 меңдән ашыуы конкурста ҡатнашырға теләк белдереп, анкета тултырған. Тәүге көндә үк ошо хәтлем кешенең ҡатнашырға теләк белдереүе көтөлмәгән ине, тимәк, конкурс көсөргәнешле буласаҡ, тип белдерҙе проект кураторы Татьяна Саенко. Татьяна Игоревна үҙе лә ошондай оҡшаш федераль кимәлдәге “Рәсәй лидерҙары” конкурсында ҡатнашып, ярымфиналға үткәйне һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 15 йыл эшләгән белгесте республика башлығы Аппаратының кадрҙар бүлегенә эшкә саҡыралар. Хәҙер иһә ул “Башҡортостан лидерҙары” проекты эшен алып бара. Проекттың төп маҡсаты – һәләтле кандидаттарҙы ғәҙел һайлап алыу. Конкурста 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр ҙә, шулай уҡ 45 йәшкә тиклем етәкселәр ҙә ҡатнаша ала. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 100 ҡатнашыусы һайлана һәм яңы кадрҙар резервы булдырыла. Еңеү яулаусыларға тәжрибәле остаздар менән эшләргә мөмкинлек бар. Остаздар иһә республиканың билдәле кешеләре — бизнесмендар, ойошма етәкселәре, министрҙар. 1-се команда финалы сентябрь айында тамамланасаҡ һәм еңеүселәргә хөкүмәт органдары һәм йәмәғәт советтарында эш тәҡдим ителәсәк.
“Башҡортостан лидерҙары” проектын ғәмәлгә ашырыу башланды
Тулыраҡ: “Башҡортостан лидерҙары” проектын ғәмәлгә ашырыу башланды