Ҡайҙа ғәҙеллек?

Тулыраҡ: Ҡайҙа ғәҙеллек?

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Наилә Пискарева 2012-се йылдан алып етемдәргә бирелә торған фатирын ала алмай. Калинин районы суды ҡала хакимиәтенә фатир бирелергә тейеш тигән ҡарар сығарһа ла, ҡыҙ һаман боҙ урынына ҡуҙғалмай, тип белдерҙе. Биш кеше бер бүлмәле фатирҙа. Ни бары 32 квадрт метрлы өйҙә ике ғаилә бергә йәшәргә мәжбүр. Нәилә Пискарева һөйләүенсә, ул сабый сағынан етем. Ун һигеҙ йәше тулғас, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусыларға фатир бирелеү сиратына баҫа. Әммә инде нисәмә йыл вәғәҙәләнгән йәшәү урынының асҡысын ала алмай.Юғары уҡыу йортонда белем алғанда, Наилә дөйөм ятаҡта йәшәй. Уҡыуын тамамлағас, кейәүгә сыға, сабыйы донъяға килә. Наиләне опекунға алған ғаилә лә тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлана. Хатта 2007-се йылда улар ҡалала үткәрелгән “Иң яҡшы опекун ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яулай. Наилә Пискарева һөйләүенсә, ул өс йыл дауамында фатир алыуға сиратта икенсе булып тора. Аптыраған ҡыҙ судҡа мөрәжәғәт итә. Калинин районы суды ҡала хакимиәтенә етем ҡалыусыға фатир бирергә тигән ҡарар сығара.Торлаҡ бүлеү һәм торлаҡ программаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Наилә Пискареваға мотлаҡ фатир биреләсәк, тип белдерҙе. Республикала әле ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булыусы 1 мең 26 етем яңы торлаҡҡа сиратта тора. Әле иһә Затон биҫтәһенән йөҙ фатир алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 137 миллион һум аҡса бүленгән. 2019 йылдың аҙағында был фатирҙарҙың яртыһы етемдәргәа тапшыраласаҡ, тип вәғәҙә иттеләр.Наилә Пискареваға хәҙер торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгәнсә, бер бүлмәле фатирҙа тормош иптәшенең ата-әсәһе менән йәшәп торорға тура килә.