Туған телемдең 7 мөғжизәһе

Тулыраҡ: Туған телемдең 7 мөғжизәһе

Донъяның 7 мөғжизәһе бар, Башҡортостандың да 7 мөғжизәһен билдәләнек. Ә бына туған телебеҙҙең 7 мөғжизәһе барлығын белә инегеҙме? Ишембайға илдең төрлө өлкәләренән килеп 2-се Башкорт гимназия-интернатында ойошторолған милли-мәҙәни лагерҙа ял иткән балалар уны яҡшы белә. Ошо ике һүҙ Һарытау өлкәһе Мәҡсүт ауылы егете Илнур Үтәғоловтың лагерға килгән тәүге көндәрҙә үк өйрәнеп алған һүҙҙәре. Башҡа тиҫтерҙәре менән бергә ул тағы ла әллә күпме һүҙҙәр өйрәнде, йырҙар ятланы, музыка ҡоралдарында уйнау серҙәренә төшөндө.Республика Башлығы Грантына үткәрелгән “Туған телемдең 7 мөғжизәһе” проекты Һарытау, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 30-лап башҡорт балаларын йыйҙы. Бер аҙна дауамында барған сарала 7-се,8-се, 10-сы класс уҡыусылары сәйәхәт итеп тә өлгөрҙө.Рух менән бергә кәүҙәне лә сыныҡтырыу мөһим. Егеттәр футбол уйнаған арала ҡыҙҙар көйәнтәләп һыу ташып ярышты, ә тоҡ кейеп уҙышыу һәр кемеһенең дә яратҡан уйынына әйләнде. Тәрбиәселәр һәм вожатыйҙар, иһә, уларҙа беренеселеккә ынтылышты тәрбиләргә тырышты.Ә бына юлдарҙа дуҫлыҡ нығынды. Торатауға менеү ҙә бит үҙе үк тәрбиәүи ваҡиға. Ихтыяр көсөн нығыта, бер-береңә ярҙамсыл, тәбиғәткә һаҡсыл булырға өйрәтә. Менеп еткәндәрҙе ҡыҙыҡлы осрашыу көттө изге тау башында.Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡыҙ һәм егеттәргә оҫталыҡ дәресе күрһәтте һәм төркөмләп уйнарға өйрәтте. Ҡунаҡтарҙың ҡумыҙҙа уйнау буйынса лагерҙа алған оҫталыҡтары нығына төштө һәм хушлашыу кисендә тағы ла сағыуыраҡ, көслөрәк яңғыраны.