Квитанциялағы хаҡ уртаса 4-50 һумға үҫәсәк. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә әйтелде. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров “Урал аръяғы – 2019” инвестиция форумына ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап үтте. Юғары кимәлдә ойошторолған саранан хәҙер реаль эштәргә күсергә ваҡыт.230 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 80 табип республика медицина учреждениеларына эшкә йәлеп ителгән. Был йыл башынан белгестәргә ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү йүнәлешендә атҡарылған эш һөҙөмтәһе. Күп кенә муниципалитеттар аҡ халатлыларҙы торлаҡ һәм ер бүлеү менән ылыҡтыра. Әйткәндәй, әле республикала яңы закон проекты өйрәнелә. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә торлаҡты башта ҡуртымға алып, аҙаҡ һатып алыу мөмкинлеген бирәсәк.
Дөйөм динамика ыңғай булыуға ҡарамаҫтан, айырым район – ҡалаларҙа медицина ярҙамы сифатына иғтибар итер сәбәп бар. Мәҫәлән Салауат ҡалаһында, Белоретта һәм тағы ла бер нисә районда табиптар һаны кәмегән. Республика етәксеһе сәбәптәрен тикшереп хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү бурысын ҡуйҙы.Ашығыс ярҙам хеҙмәтендә хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Октябрь айынан алып 27 кеше эштән киткән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, был тиҙ ярҙам хеҙмәтендә бер нисек тә сағылмаған. Радий Хәбиров улар өсөн бигерәк тә райондарҙа айырым программа булдырыу кәрәклеген әйтте. 1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр 2 процентҡа арта. Был Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырғанда иң аҙы. Мәҫәлән, Өфөлә квитанциялағы сумма уртаса 40-50 һумға күберәк буласаҡ тиелде оператив кәңәшмәлә. Квитанциялағы түләүҙең күп өлөшө йылылыҡ өсөн. Шул уҡ ваҡытта күп кенә йорттарҙа тәҙрә ишектәр иҫке булғанлыҡтан беҙ урамды йылытабыҙ тине республика етәксеһе. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса Башҡортостан киләһе йыл федераль бюджеттан 15 миллиард һумдан ашыу аҡсалата ярҙамға өмөт итә ала. Был суммалар ауылдарға һыу, газ үткәреү, торлаҡ төҙөлөшөнә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ауылдарға юлдар төҙөү, өҫтәмә эш урындары булдырыуҙы күҙ уңында тота. Әле райондар үҙ проекттарын тапшырған. Улар Мәскәүҙә яҡлау үткәс өлөшләтә республика һәм муниципаль бюджеттан финанслау аша ғәмәлгә ашырыласаҡ.