Башҡортостан йәмәғәт транспорты “Алға” картаһына күсә

Тулыраҡ: Башҡортостан йәмәғәт транспорты “Алға” картаһына күсә

Беренсе июлдән Өфө генә түгел, башҡа ҡалаларҙа ла пассажир ташыған автобус, троллейбус һәм трамвайҙарҙа юл хаҡы өсөн түләү махсус терминалдар аша үтәсәк. Берҙәм транспорт картаһын ҡулланышҡа алыуға әҙерлек барышы Республика Хөкүмәтендә үткән транспорт сәғәтендә тикшерелде. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, пассажир йөрөтөүсе ойошмаларҙың күбеһе карта файҙалана башларға әҙер. Йәмәғәт транспорты предприятиеларына быйыл беренсе сентябргә тиклем әҙерлекте тамамларға тәҡдим ителә.