Өс айлыҡ сабыйҙың ғүмере өҙөлөүендә кем ғәйепле?

Тулыраҡ: Өс айлыҡ сабыйҙың ғүмере өҙөлөүендә кем ғәйепле?

Өфөлә йәшәүсе Олеся Семененко ҡыҙының үлемен баланы дауалаусы педиатрҙан күрә. Әгәр ҙә ваҡытында анализдар алып, дөрөҫ диагноз ҡуйылһа, ҡыҙҙы ҡотҡарып булыр ине, ти ханым. Педиатр әсә менән һөйләшергә лә теләмәй. Йәш әсә Олеся Семененко күптән көтөп алынған ҡыҙы донъяға килеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләге бәхет оҙаҡҡа һуҙылмай. Өс айлыҡ сабый ни сәбәптәндер ҡапыл ауырып китә, табиптар уның ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәй.Сабый донъяға һау булып тыуа, дүрт көн үткәс тә, уларҙы балалар табыу йортонан ҡайтарып ебәрәләр. Ханым һөйләүенсә, ҡыҙының температураһы күтәрелгәс, ул 47-се балалар поликлиникаһына мөрәжәғәт итә. Әммә участок табибы йәш әсәне балаға тик һыуыҡ ҡына тейгән, ҡурҡырға ярамай, тип тынысландыра. Табип ҡушыуы буйынса ҡабул ителгән дарыуҙар сабыйға бер нисек тә ярҙам итмәй. Хәле ауырайғас, уны тиҙ ярҙам машинаһында реанимацияға алып китәләр. Өс ай тулыуға бер генә көн ҡалғас, сабый яҡты донъя менән хушлаша.Әгәр ҙә педиатр ваҡытында сабыйҙың анализын алып, дөрөҫ диагноз ҡуйып дауалаһа, бала иҫән ҡалыр ине, тип һанай Олеся. Йәш әсәгә поликлиника етәксеһе лә, баланы дауалаусы педиатр ҙа был хәл буйынса бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй. Беҙҙең ижади төркөмдө күргәс, педиатр Рәйсә Ныязғолова пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә бикләнде.Рәйсә Ныязғолова баланың бер ниндәй ҙә анализдарын күрмәнем, ҡушылған препараттар баланың ғүмерен ҡотҡарыр ине, тимәк ғәйеп әсәлә, тип белдерҙе. Поликлиника етәксеһе һәм педиатр менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ, ти Олеся. Баланың ғүмере өҙөлөүендә ғәйеплене асыҡлар өсөн йәш әсә прокуратураға мөрәжәғәт итте. Педиатрҙың бындай мөнәсәбәте һәм һөйләшергә теләмәүе аптырата, ти Олеся. Өс айлыҡ ҡына сабыйын юғалтыуҙы әсә ауыр кисерә. Өлкән улы Миша йәш әсә өсөн күңел тыныслығы.