- Тбилиси парламенты янында демонстранттар йыйылып ҡаршылыҡ акцияһы үткәргән. Хөкүмәт алып барған сәйәсәт менән риза булмаусылар протестынан һуң ил парламенты рәйесе вазифаһынан китергә мөжбүр булды.
- Террорға ҡаршы милли комитет Дағыстанда ИГИЛ яҡлы ике кешене юҡ иткән. Улар хоҡуҡ һаҡлау органдарына һөжүм итергә план ҡорған. Атыш урынында автомат һәм пистолет табылған. Комитеттан хәбәр итеүҙәренсә, юҡ ителгән бандитттар Махачкалала йәшәгән.
- Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте ҠарасәйүЧеркес республикаһында һәм Мәскәүҙә экстремистарҙы ҡула алды. Улар радикаль ислам идеяларын таратыуҙа ғәйепләнә. Тентеү ваҡытында ҡулға алыныусыларҙан ҡорал, боеприпастар, экстремистик әҙәбиәт тартып алынған.
- “Айыҡ Рәсәй” белгестәре төбәктәрҙең наркотиктарға ҡаршы рейтингын төҙөгән. Документ Хөкүмәткә, Федерация Советына, субъект етәкселәренә ебәрелгән. Ил буйынса Мәскәү һәм Силәбе өлкәләрендә, Хакасияла наркотиктарға бәйле хәл ҡатмарлы булып ҡала. Рейтингты төҙөгәндә Росстат, Һаулыҡ һаҡлау, Эске эштәр министрлыҡтарының рәсми статистикаһы иҫәпкә алынған. ”Айыҡ Рәсәй” Рәсәй граждандарын наркотиктарҙан һаҡлауҙың яңы системаһын булдырырға тәҡдим итә.
- Молдавияның Атаки ҡалаһында өлөшләтә туғыҙ ҡатлыҡ йорт емерелгән. Ғәҙәттән тыш хәлдә йәрәхәтләнеңселәр, һәләк булыусылар юҡ. Йортта йәшәүселәрҙе имен урынға күсереп өлгөргәндәр.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре