Сығарылыш класы уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы тамамланды

Тулыраҡ: Сығарылыш класы уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы тамамланды

Республика буйынса 19 мең бала имтихан тотто һәм ошо көндәрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә 11-се класс уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаты тапшырҙылар. Бер түгел ике дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырған Йоҡоһоҙ төндәр, борсолоауҙар артта ҡалды. Бөгөн улар ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты ала. Бер түгел ике дәүләт имтиханын -физика һәм профилле математика фәндәренән 100 баллға тапшырған Маргарита Сәғитова имтихан тапшырыуҙың йәшерен сере юҡ, тей. Йоҡоң туйыу, башта кәрәкмәгән уйҙарҙың булмауы, яйлы һорауҙар эләгеү һәм йылдар дауамында һалынған тырышлыҡ. Маргарита әле информатиканан имтихан һөҙөмтәһен көтә. Ә артабанғы хыялы – Мәскәүҙе яулау. Быйыл Өфөнөң 83-сө инженер лицейын 94 уҡыусы тамамлай. Шуларҙың 13-ө мәктәпте тик бишлегә генә бөтөп аттестат менән бергә миҙал да алды. Шулай итеп, әлеге ваҡытҡа, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусыларҙың 88 эше 100 балл йыйған. Ә бына сит телдәрҙе 100 балға белгән уҡыусы булмаған. Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатованың да кесе улы мәктәпте тамамлай. Бала ата-әсәнең иң ҙур һәм мөһим проекты ти ул.Шатлыҡлы ла һағышлы ла мәл.Бөгөн уҡыусылар ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алып бала саҡ менән хушлашты. Урта мәктәпте тамамлау кеше ғүмерендәге башланғыс, әммә мөһим этап. Алда ҡыҙҙар-егеттәрҙе яңы үрҙәр, маҡсаттар, оло еңеүҙәр көтә.