Майҙан махсус рәүештә мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн эшләнгән. Тактиль парк Республикала ғына түгел Рәсәйҙә беренсе булып асылды. Өфөлә йәшәүсе Эльза Кобец бында һигеҙ йәшлек ҡыҙын алып килгән. Бала кескәй сағынан яҫы табанлыҡ менән яфалана. „Ломая барьеры„ үҙәге белгестәре әйтеүенсә, был проект мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу йәһәтенән уйлап табылған. Хакимиәт вәкилдәре һәм эшҡыуарҙар берләшеп бәләкәй парк ойоштороуҙа ярҙам иткән. Тактиль парк мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн генә түгел, ә һәр теләгән кешегә асыҡ. Кескәйҙәр махсус рәүештә төрләндереп ултыртылған гөлдәргә һәу һибеп, уларҙы тәрбиәләп, тактиль таҡтала шөғөлләнә алһа, өлкәндәр ялан аяҡ йөрөп табандарға массаж яһай ала.Был һуҡмаҡтың оҙонлоғо 22 м. Табандарға уның файҙаһы булһын өсөн, таш юл буйлап бер нисә тапҡыр үтергә кәрәк. Ошо ваҡытта ғына һөҙөмтәне күрә алаһығыҙ, ти табиптар.
Өфөнөң Якутов паркында беренсе ТАКТИЛЬ парк асылды
Тулыраҡ: Өфөнөң Якутов паркында беренсе ТАКТИЛЬ парк асылды