29 июндә Ишембай районы Торатау битләүендә үтәсәк милли байрам шулай атала. Район һабантуйы менән көндөҙгө сәғәт 2-лә асылған сағыу тамаша үҙ ҡунаҡтарына онотолмаҫ тәьҫораттар, матур кисерештәр вәғәҙә итә.Этнотирмәләр тарихи йолаларыбыҙҙы күҙ алдына баҫтырһа, республика сәхнә оҫталары сығышы, “Арғымаҡ”, “RNT “ “Йатаған”, “Зәйнетдин “ шоу-программалары йыр-моңға сорнаясаҡ. Сара бының менән генә сикләнмәй. Милли көрәш, ат сабышы, Ылаҡ, уҡтан атыу, һырғауылға үрмәләү кеүек төрлө уйындар спорт ярыштары һәр майҙанда үҙ батырҙарын көтә. Сара сағыу лазер шоу менән тамамлана. Рәхим итегеҙ! 29 июнь көндөҙгө сәғәт 2-лә, Ишембай районы Торатау битләүендә. Ҙур йыйын!!!
“Торатау йыйыны”
Тулыраҡ: “Торатау йыйыны”