Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы тәүгеләрҙән булып Европа дәүләттәре индерҙе. Бер-ни тиклем ваҡыттан һуң ғына беҙҙең ил дә яуап санкциялары ҡабул итергә мәжбүр булды. Европа сәйәсмәндәренән айырмалы, йәштәр һәр йүнәлештә хеҙмәттәшлекте нығытыу яҡлы. Сержи-Понтуаз университетының химия факультеты студенттары Башҡортостан предприятияларында практика үтәсәк. Улар БДУ студенттары менән бергә республиканың химия заводтарында белемдәрен камиллаштырасаҡ. Әлеге сәфәр 2013 –сө йылдың октябрендә БДУ-ның һәм Сержи-Понтуаз университеттары араһында ғилми һәм белем биреү сиктәре тураһында килешеү нигеҙендә ойошторолған. Сит ил ҡунаҡтары республикала беренсе тапҡыр. Николас Андре Рабасте беренсе курсты ғына тамамлаған. Франция ҡунактарына Башҡортостан айырыуса үҙенең тәбиғәте, милли аш-һыуы менән дә хуш килгән.БДУ-ның матбуғат үҙәгендә әйтеүҙәренсә, студенттар бер-нисә предприятие буйлап экскурсия ла йөрөп өлгөргән. Улар республиканың нефть-химия институтында, „Полекс-Урал„ компанияһында, „УЗЭМИК„ „Уфимкабель„ йәмғиәттәрендә, „Ласселсбергер Керамикс„ Өфө витамин заводттарында булғандар. Башҡортостан республикаһының дәүләт аналитик күҙәтеү идаралығында тәжрибә эшләргә өйрәнәсәктәр.Франция студенттары алдағы көндәрҙә Башҡортостан, Өфө менән танышһалар, бөгөн иһә улар тәжрибә эшләргә өйрәнә башлаясаҡтар. Мәҫәлән, хәҙер ҡунаҡтар ошондай махсус ҡорамал ярҙамында ауыр металдарҙың концентрацияһын билдәләйәсәктәр.Химия институтында студенттар һыуҙан, һауанан, ауыр металдарҙан һынау аласаҡтар. Практика ваҡытында студенттар химия һәм нефтехимия өлкәһендәге заманса ҡорамалдар менән эшләргә өйрәнә, тәжрибә туплай. Франция ҡунаҡтары Өфөлә август аҙағынаса буласаҡ.
Сержи-Понтуаз университеты студенттары Башҡортостанда практика үтәсәк
Тулыраҡ: Сержи-Понтуаз университеты студенттары Башҡортостанда практика үтәсәк