Индонезия бойондороҡһоҙлоғоноң 70 йыллығын билдәләй. Әммә байрам саралары авиаһәләкәт сәбәпле матәм саралары менән алмашты. 54 кешенең яҙмышы билдәһеҙ. Ҡотҡарыусылар самолет ҡолаған урынға икенсе көн барып етә алмай-һауа шарттары ҡатмарлашты. Лайнерға шулай уҡ дүрт тоҡ аҡса тейәгәндәре лә билдәле.
Испанияла бер айҙа ғына үгеҙҙәр 7 кешене һөҙөп үлтергән. Фажиғәләр күп осраҡта корридаға тиклем, урамдар буйлап үгеҙҙәр менән бергә югергәндә теркәлә. Йәйге фестивалдәр ваҡытында шулай уҡ илдең башҡа ҡалаларында ла үлемесле осраҡтар бар.
19-сы августа бик күп кешеләрҙең башы ауыртыуы ихтимал-ергә магнит дауылы килә. Әлегә уның көсө билдәле түгел, шулай ҙа табиптар йөрәк сирлелергә, ҡан баҫымы менән яфаланыусыларға сараһын күрергә кәңәш итә.