Өфө үҙәгендәге тарихи йортто ниндәй яҙмыш көтә

Тулыраҡ: Өфө үҙәгендәге тарихи йортто ниндәй яҙмыш көтә

Өфө тарихын өйрәнеүселәрҙе Карл Маркс урамындағы архив бинаһының торошо борсой. 19-сы быуаттың тәүге яртыһында һалынған бина башҡаланың иң беренсе таш йорттарының береһе. Бөгөн ул емерелеү хәлендә. Ете быуын туғандарының 18-се быуатҡа тиклемге тарихын бында һәр кем өйрәнә ала. Башҡортостан республикаһының үҙәк дәүләт тарих архивының иң боронғо документы 1749-сы йылдағы ваҡиғаларҙы тасуирлай. 500 квадрат метр майҙанда 173 мең берәмек документ һаҡлана. Тик һаҡлағыстарға теләгән кеше үтә алмай, тарихи яҙмалар белгестәр өсөн генә асыҡ. Шәхси ғаризаларға ярашлы улар кеше, ғаилә, ырыу тарихы буйынса ентекле мәғлүмәт йыя. Шәжәрә яҙыу теләген бөгөн күптәр белдерә. Фондтың баш һаҡлаусыһы Гөлнара Кәлимуллина әйтеүенсә, йылына 25 мең ғариза ҡабул ителә. Тарихи яҙмаларҙы һаҡлау шарттары иһә даими күҙәтелеп тора. Бинаның эске биҙәлеше тиҫтә йылдар яңыртылмаһа ла, йылытыу торбалары алмаштырылған, янғын иҫкәртеү, дымлылыҡ кимәлен тәртиптә тотоу ҡоролмалары төҙөк эшләй. Был архивта тарихты документтар ғына түгел, стеналар, йыһаздар, хатта 19-сы быуаттың 30-сы йылдарында төҙөлгән бина үҙе һаҡлай. Был өҫтәл, мәҫәлән, ошо урында бер быуаттан ашыу торған, ҡуҙғатмаһаң йәнә 100 йыл торор һымаҡ. Үҙ бурыстарын әлегәсә теүәл үтәгән ағас өҫтәлде 150 йәшлек таш бина менән сағыштырырлыҡ түгел. Стеналар сатнаған, түшәм ҡоролошо, бер кирбесе төшһә, тотош емерелеү ҡурҡынысы менән янай. Өфө тарихын өйрәнеүсе Владимир Захаровты иҫтәлекле бинаның киләсәге борсой. Уның фекеренсә, был йорт тарихи ҡомартҡы булараҡ дәүләт тарфынан һаҡланырға тейеш.Төҙөлөш ҡомартҡыһы танытмаһы биреү өсөн бинаға тарихи-мәҙәни экспертиза үткәреү талап ителә. Республиканың архив эштәре идаралығы етәксеһе Илфат Ғәлләмов йорт, закон буйынса, моғайын, ҡомартҡы булараҡ танылыр, тип фаразлай. Был осраҡта ул тулыһынса төҙөкләндерелергә тейеш, һуңғыһы яңы бина төҙөүгә ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк. Бөгөн авария хәлендәге бинанан кешеләрҙе һәм тарихи ҡағыҙҙары күсереү мәсьәләһе тора. Өфөлә урын булмауы сәбәпле документтар, атап әйткәндә кешеләрҙең һөнәри эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр, һәм ошо документтар менән эшләүсе бер төркөм белгестәр Бөрө ҡалаһына юлланасаҡ.Архивтағы башҡа документтар элекке урында ҡала. Тимәк, иҫтәлекле яҙмалар менән ҡыҙыҡһынған белгестәр, студенттар һәм башҡа эҙләнеүселәргә борсолор сәбәп юҡ, тарих архивының яңы бинаһы ҡәҙимге тәртиптә эшләй.