Ул 1 июлдән «Башавтотранс» һәм шәхси компанияларҙың, шул иҫәптән ҡала яны автобустарында, трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа ҡабул ителә. 1 июлгә — 2 мең, 1 авгусҡа — 3,5 мең, 1 сентябргә 5,5 мең автобус һәм маршрут таксийы карталарҙы хеҙмәтләндереү терминалдары менән йыһазландырыла. Әлегә 200 мең «Алға» картаһына заказ бирелгән. Уларҙы 50 һумға һатып алырға мөмкин. 1 сентябрҙән «сәғәтлек» тип аталған тариф селтәре индерелә, уның менән бер сәғәт эсендә яңы билет һатып алмайынса автобустан автобусға күсеп ултырырға мөмкин. Өфөнөң үҙенсәлеген иҫәпкә алып, был тариф «сәғәт ярымлыҡ» була. Бер тапҡыр ҡуллана торған, айлыҡ, йыллыҡ карталар эшләү ҡаралған. 1 сентябрҙән балансты тулыландырыу, нисә тапҡыр йөрөүҙе күҙәтеү функциялары менән мобиль ҡушымта эшләй башлай. «Алға» картаһы менән юл хаҡы ҡулаҡсаға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшә.
Башҡортостанда «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы
Тулыраҡ: Башҡортостанда «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы