Өфөлә коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы уртаса 45 һумға ҡиммәтләнә

Тулыраҡ: Өфөлә коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы уртаса 45 һумға ҡиммәтләнә

Был хаҡта Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр. Республикала тарифтар 1 июлдән 2 процентҡа артасаҡ. Волга буйы федераль округында Пенза өлкәһе һәм Пермь крайы тарифты 4 процентҡа, Татарстан — 3 арттырырға ҡарар иткән. Башҡортостанда фатир өсөн түләүҙең 47 проценты тиерлек йылытыуға китә. Республикала электр энергияһына хаҡ 3 ярым процентҡа артып, 1 Киловатт сәғәте уртаса 3 һум 17 тингә етте. Башҡортостанда газдың бер кубометры 7 һум самаһы ине. Хаҡтар артҡас ул 7 һум да ике тин буласаҡ. Бер кубометр һыу өсөн бынан ары 40 тингә артығыраҡ түләргә тура киләсәк.