Мусор, гудбай

Тулыраҡ: Мусор, гудбай

Доньяны үҙгәрткең килһә, үҙеңдән башла. Өфөлә “Мусор, гудбай” проекты активистары ике йыл дауамында сүп-сар йыйып, сорттарға айырып эшкәртеүгә тапшыра. Һуңғы ярты йыл эсендә генә экологтар бер-нисә тонна сүп-сар йыйған. Тимур һәм Гөлназ ике йыл дауамында көндә эш ваҡытынан һуң халыҡтан сүп-сар йыя. Активистар билдәләүенсә, сеймалды бер урынға түккәнсе, сорттарға айырып, ҡабаттан эшкәртеүгә ебәреү күпкә отошлораҡ һәм файҙалыраҡ. “Мусор, гудбай” проекты активистары бер аҙна эсендә уртаса 100-гә яҡын адресты йөрөп сыға. Май айында ғына улар 3 тоннанан ашыу сеймал йыя. Белгестәр билдәләүенсә, дөйөм контейнерҙарға түгелгән сүп-сарҙың яҡынса 70% эшкәртергә мөмкин. Халыҡтан йыйылған сүп-сарҙы активистар сорттарға бүлеп, айырым тоҡтарға тултыра. Улар араһында пластмасса, целлофан пакеттар, шешәләр һәм башҡа төрлө сеймал. Кәрәрәкле ауырлыҡ йыйылғас, уны махсус урынға тапшыралар. Теүәл ике йыл элек башланған хеҙмәт менән хәҙер йөҙәрләгән кеше ҡуллана. Һәм ҡыҙыҡһыныусылар һаны йылдан йыл арта бара. Бар кәрәкле мәғлүмәтте, интернет селтәрендә “Мусор, гудбай” тигән рәсми сәхифәлә табырға мөмкин.