Кисәге уҡыусылар, буласаҡ студенттар өсөн ҡыҙыу мәл башланды

Тулыраҡ: Кисәге уҡыусылар, буласаҡ студенттар өсөн ҡыҙыу мәл башланды

Республиканың урта һәм юғары белем биреү йорттарына абитуриенттар документтарын тапшыра. Буласаҡ һөнәрен күптәнән һайлаған Динис Мирғәлиев ҡабул итеү комиссияһы ағзаларының һорауҙарына икеләнеүһеҙ яуап бирә. Бер нимәгә ҡарамай хыялын тормошҡа ашырырға ынтылған егет Башҡорт дәүләт медицина университетына документтарын икенсе йыл рәттән тапшыра. Быйыл БДМУ-ның 677 бюджет урынына үткән студенттар араһында, бәлки Динис та булыр. Ә бына был исемлеккә инә алмаған 677 кеше иһә, шулай уҡ коммерция нигеҙендә уҡый ала. Башҡорт дәүләт медицина университеты Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ вуз исемлегенә ингән. Уның донъя кимәлендә лә дәрәжәһе юғары. Әле бында 40 илдән 110 сит ил гражданы һөнәр үҙләштерә, быйыл уларҙың һаны тағы ла 400-гә артасаҡ. Быйылғы ҡабул итеү компанияһында ҙур үҙгәрештәр юҡ. Маҡсатлы йүнәлтмәләр буйынса уҡырға ингәндәр өсөн генә ҡағиҙәләр икенсерәк. Әгәр ҙә элек уҡыу йорто үҙе ойошмаларға бюджет урындары бүлеп бирһә, хәҙер килешеү абитуриент менән ойошма араһында төҙөлә. Маҡсатлы йүнәлтмә менән килгәндәргә уҡырға инеү еңеләйһә лә, талаптар ҡатылана. Килешеү шарттарын боҙоусы яҡ уҡыу хаҡын ҡайтарырға мәжбүр буласаҡ. Шуға күрә һөнәр үҙләштереп тә, уның буйынса эшләү теләге юғалмаһын өсөн йүнәлеште дөрөҫ һайлау мөһим. Ҡайҙа уҡырға барырға? Ниндәй һөнәр һайларға? Ошо һорау менән баш ватҡан мәктәпте тамамлаусы егет-ҡыҙҙарға уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары ярҙамға килә. Улар абитуриенттарҙы борсоған барлыҡ һорауҙарға яуап биреп, теге йәки был һөнәр һәм йүнәлеш буйынса ентекле мәғлүмәт еткерә ала. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация университетының ҡабул итеү комиссияһы ике зонаға бүленгән. Бер бүлмәлә консультациялар үткәрелә һәм анкета тултырыла, ә икенсеһендә документтар ҡабул ителә.

Абитуриенттарға уңайлыҡ өсөн Өфө дәүләт авиация университетының корпустарында ошондай интерактив мәғлүмәт таҡталар урынлаштырылған. Шулай уҡ, вуз махсус ҡушымта уйлап сығарған. Хәҙер теләгән һәр кем юғары уҡыу йортоноң факультеттары, ҡабул итеү тәртибе һәм балдар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе кеҫә телефоны аша белә ала. Бының өсөн ни бары “Поступи в УГАТУ” тип аталған ҡушымтаны телефонға күсерергә генә кәрәк. Республиканың алдынғы классик вуздарының береһе – Башҡорт дәүләт университеты иһә быйыл бюджет нигеҙендә ике мең ярымға яҡын студенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Яҡшы күрһәткестәргә ирешкән уҡыу йорто булараҡ, киләһе йылға уларҙың һаны тағы ла 25 процентҡа артасаҡ. Әйтергә кәрәк, быйыл абитуриенттар биш юғары уҡыу йортона һәм һәр береһендә өс йүнәлеш буйынса документтарын тапшыра ала. Был иһә уҡырға инеү мөмкинлеген арттыра. Сөнки бер вузда конкурстан үтмәһәң, уңыш икенсеһендә йылмайыр.