Өфө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡаршыланы

Тулыраҡ: Өфө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡаршыланы

Быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолған был мәртәбәле йыйынғаБашҡортостан ҡала райондарынан 288, Рәсәй төбәктәренән 157 һәм сит илдәрҙән 49 делегат ҡатнаша. Гузәл Усманова-Гобет егерме йылға яҡын Женевала йәшәй. Балет артисы булараҡ тәү сиратта бейеү сәнғәтенә мөкиббәнлектән “Нуреев кеүек” хореография төркөмө ойоштороп Европала башҡорт милли мәҙәниәтен танытыу маҡсатын бойомға ашыра. Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп Европала 10 йыл дауамында һабантуй хәрәкәтен алып барғаны һәм ватандаштарыбыҙҙы берләштергәне өсөн һайланған. Үҙ-ара социаль селтәрҙәр аша тығыҙ бәйләнеш тотҡан милләттәштәр Өфөлә күҙгә-күҙ осрашыуға шат. Ҡунаҡханалағы алсаҡ мөнәсәбәт, иҫтәлекле бүләктәр, уңайлы яҡты бүлмәләр һәм, иң мөһиме, туған телдә аралашыу мөмкинлеге һөйөнөс бирә, ти ҡунаҡтар.