Йыйылышта һайлауға әҙерлек хаҡында һүҙ барҙы. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан йәш йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр ойошмаһы скайп аша әңгәмәгә ҡушылды һәм үҙ төбәктәрендәге эш барышы менән таныштырҙы. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко билдәләүенсә, ирекмәндәр мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә гражданлыҡ бурысын үтәүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Башҡортостанда 260 мең 795 инвалид йәшәй, ә ул һайлаусыларҙың 10 процентын тәшкил итә. Ирекмәндәр шулай уҡ үҙаллы йөрөй алмаған өлкән кешеләргә лә һайлау хоҡуҡтарын үтәргә ярҙам итә. Конференцияла инвалидтар ойошмаһы, Башҡортостандың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге һәм йәштәр ойошмалары араһында фекер алышынды һәм һайлау ваҡытыныда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылырға тейеш, тип билдәләнде.
Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында ирекмәндәр менән видеоконференция үтте
Тулыраҡ: Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында ирекмәндәр менән видеоконференция үтте