Өфө районынан торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы алған 38 ғаилә юридик хата арҡаһында ҡамауҙа ҡала. Район хакимиәте был ауыр мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмай хәл итергә һүҙ бирҙе. Өфө эргәһендә йорт һалыу өсөн Павел Степанов берҙән-бер фатирын һатырға мәжбүр була. Быйылғы йылда участокты кәртәләп алып, мунса ҡуйырға иҫәп бар ине, әммә суд ҡарары буйынса был ергә хатта йорт төҙөргә лә ярамағанлығы мәғлүм булды, ти ир. Павел Степановтың күршеһе – Артем Клименко ла, ауыл хужалығы өсөн бүленгән ер милексеһе. Ер участкаһын кредитҡа алған ир ҙә башҡалар кеүек үк аңлайышһыҙ хәлдә ҡалған. Ҡаланан ситтә йорт һалыу өсөн Өфө эргәһенән барлығы 38 ғаилә ер алған. Быйылғы йылдың ғинуар айында прокуратура бүленгән ерҙе ат һарайы өсөн пректлауҙы талап итә башлай. 2010-сы йылда бер эшҡыуар был участокты ат аҙбарын төҙөү ниәте менән арендаға ала. Һуңғараҡ, ер һатып алына. Бер аҙҙан хужа ерҙе файҙаланыу төрөн үҙгәртә. Баҡса йорттарын төҙөү өсөн, участокты 38 өлөшкә бүлеп һата. Прокуратура был ваҡиғаны законһыҙ эш итеү тип таный. Суд прокуратура яҡлы. Шул уҡ ваҡытта надзор органдары, милекселәрҙең ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына мөрәжәғәт итеп, ауыл хужалығы төрө өсөн тәғәйенләнгән ерҙең файҙаланыу төрөн үҙгәртеүҙәрен талап итеп ғариза яҙа алыуҙарын да билдәләй. Был сетерекле мәсьәләне хәл итеү өсөн Өфө районы хакимиәте махсус рәүештә кәңәшмә ойошторҙо. Бер ниндәй ғәйепһеҙ килеш ике ут араһында ҡалған халыҡ, хәҙер иһә бөтөнләй торлаҡтан ҡолаҡ ҡағыуҙан ҡурҡа. Төҙөлөш миҙгеле башланыуға ҡарамаҫтан, баҡса йорттары участкаһында бер эштәр ҙә алып барылмай. Шулай ҙа халыҡ ут-һыу өсөн килгән иҫәп-хисаптарҙы түләп бара. Әле иһә милекселәр, беренсе инстанциялағы суд ҡарарына ялыу бирергә йыйына.
Йорт урынына ат һарайы
Тулыраҡ: Йорт урынына ат һарайы