- Европалағы халыҡ эҫенән интегә. Германияла июнь айы өсөн яңы температура рекорды теркәлгән. Термометр бағанаһы Цельсий буйынса 38,6 градусҡаса күтәрелгән, тип хәбәр итә Милли метеорология агентлығы. Белгестәр урындағы халыҡҡа тышҡа сыҡмаҫҡа һәм күберәк һыу эсергә кәңәш итә.
- Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты Бүрәт республикаһындағы авиафажиғә кадрҙары менән бүлешә. “Ангара” компанияһының Ан-24 самолеты Улан-Удэнан Иркутскиға йүнәлгән булған. Түбәнге Ангарскта ултырған саҡта һауа судноһы юлдан төшөп китә һәм бинаға бәрелә. Һөҙөмтәлә янғын сыға. Ике осоусы һәләк булған, 21 кеше йәрәхәтләнгән.
- Саха-Яҡут республикаһында урмандар яна. Ваҡиға шаһиты юл буйында үҫеп ултырған ағастарҙың янғанын төшөрөп интернетҡа һалған. Төбәк башлығы Айсен Николаев был районда 12 урман янғыны теркәлгәнен хәбәр итә. Шуларҙың бишәүһе һүндерелгән. Ауыл – ҡасабаларға ҡурҡыныс янамай.
- Ер аҫты донъяһы. Пилотһыҙ осоу аппараты алмас руднигын төшөрөп алған. Ул Яҡутстандың Мирный ҡалаһында урынлашҡан. Ятҡылыҡтың диаметры бер километрҙан ашыу, тәрәнлеге 500 метр. 44 йыл буйына зиннәтле ташты асыҡ юл менән сығарғандар. 2017 йылдағы авариянан һуң, рудник ябыла.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре