Йәй – ял итеү генә түгел, аҡса эшләү миҙгеле лә. Күптәр был ҡыҙыу осорҙа тәбиғәт биргән байлыҡтарҙы ҡулланып килем ала. Берәүҙәр еләк йыйып һатһа, икенселәре — еләк үҫтерә. Ауырғазы районының Үтәймулла ауылы эргәһендәге питомнигынан 25 йыл инде кеше өҙөлмәй. Эльзаға ун ике йәш кенә булһа ла, сауҙа ҡанундарын яҡшы аңлай. Һатыуға сығарырға теләгән әйберҙең сифаты үҙеңдең күңелеңә хуш килә икән, тимәк башҡаларға ла оҡшаясаҡ. Был һәләт уға нәҫелдән күсә. Олатаһы Рафаэль Имаметдин улы 25 йыл элек еләк баҡсаһын ултырта һәм уны һаҡларға, ҙурайтырға, тигән васыят әйтеп ҡалдыра. Хәҙер Ибраһимовтарҙың олоһо ла, кесеһе лә ғаилә эшенә үҙ өлөшөн индерә. Егәрле ҡыҙ көн һайын тиерлек баҡсаға килеп еләк йыя, аҙаҡ баҙарға сығара. Һатыуҙан килгән аҡсаһын йыйып бара. Хыялы һәм килем күләмен әлегә ул сер итеп ҡалдырҙы. Баҡсала үҫкән емеш-еләктең да иҫәбе-һаны юҡ. Уңыш мул булһын өсөн Ибраһимовтар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем бында бил бөгә. 4 гектар майҙандағы еләк йыл һайын яңартылып тора. “Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай,”- тип белмәй әйтмәгән халҡыбыҙ. Татлы емеште үҫтерер һәм йыйыр өсөн дә күп йүгерергә тура килә. Еләктән тыш, баҫыуҙа 8 гектар майҙанда ҡарағат менән ҡурай еләге лә бар. Әлегә улар бешеп етмәгән. Әммә ике аҙнанан ҡурай еләге өлгөргәс, ялан һабантуй майҙаны һымаҡ гөрләп торасаҡ, ти хужалар. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан питомникта әле лә кеше күп. Ибраһимовтарҙың татлы еләген бик теләп йыялар, даими һатып алыусылары ла бар. Баҡсала Ауырғазы районының Үтәймулла һәм эргә-тирәләге ауылдарҙан, хатта Себер тарафтарынан ғаиләләре менән бергә килгән төркөмдәрҙе осратырға мөмкин. Баҡса еләге үҫтереүҙә 25 йыллыҡ тәжрибәһе булған Ибраһимовтар киләсәктә питомниктың майҙанын 10 гектарға тиклем арттырырға планлаштыра. Тимәк, йүнен күрәйем, аҡса эшләйем тигәндәр яйын таба. Өҫтәүенә, Илшат менән Илнур өсөн был эш килем сығанағы ғына түгел, ә аталарының яҡты иҫтәлеге лә.
Йәйҙең йәме - еләктә
Тулыраҡ: Йәйҙең йәме - еләктә