Башҡортостан халыҡтарының баш кейемдәре күргәҙмәһе

Тулыраҡ: Башҡортостан халыҡтарының баш кейемдәре күргәҙмәһе

Башҡортостандың милли музейы быйыл үҙенең 155 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Һәм ошо уңайҙан әленән-әле ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр ойоштора. Бай фондта булған бөтә экспонаттарҙы ла халыҡҡа күрһтеү маҡсаты менән ошо көндәрҙә тағы ла бер яңы экспозиция асылды. Уны музей хеҙмәткәрҙәре төбәктең 100 йыллығына бағышлай. Милли музей фондындағы экспонаттарҙың тик 6% ғына күргәҙмә залдарында урын алған. Һаҡлауҙа ятҡан ҙур өлөш эсендә ниҙәр генә юҡ. Улар араһында Башҡортостанда йәшәгән милләт халыҡтарының баш кейемдәре лә бар. Улар музейға төрлө юлдар менән килеп эләккән. Хәҙер был баш кейемдәрен бер күргәҙмәлә ҡарай алабыҙ. Милли кейемдәрҙең тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар, уларҙы тергеҙеү менән шөғөлләнгәндәр, этнографияны өйрәнеүселәр өсөн ҙур табыш – был күргәҙмә. Унда 18-се быуат аҙағы – 20-се быуат башына ҡараған 70-тән ашыу экспонат күрһәтелгән. Төрки халыҡтарының ҡатын-ҡыҙҙары араһында киң таралған яулыҡтар, башҡорттарҙа - таҫтарҙар - экспонаттарҙың иң боронғолары. Хәҙерге заманда бөтөн килеш һаҡланған таҫтарҙар бик һирәк осрай. Сыуаштар уны сурпан, тип йөрөтә. Маңлайҙы ҡаплау өсөн семәрләп сигелгән таҫмалар ҙа был ике халыҡта оҡшаш. Масмакты сыуаш ҡыҙҙары таҡҡан, ә башҡорт ҡатынының маңлайын һарауыс биҙәгән. Ҡашмау менән хушпу ла биҙәлеше, тәңкәләре менән бер-береһенә оҡшаған. Ҡомартҡыларҙы музейға килеүселәр ентекләп өйрәнә, сөнки ҡайһы берҙәре күргәҙмәгә беренсегә сығарылған. Күндән тегелгән ҡатын-ҡыҙ һәм балаларҙың бүректәре лә күргәҙмәләрҙең һирәк ҡунағы. Улар ғәҙәттә оҙаҡ һаҡланмай, ти белгестәр. Мәҫәлән, ҡолаҡсынды тергеҙергә тура килгән. Ә бына башҡорт ҡыҙҙарының ҡушъяулыҡ аҫтынан кейгән ҡалпаҡтарында, татар ҡыҙҙарының ҡалфаҡтарында, егеттәренең теүәтәйҙәрендә йылдар тәьҫире бөтөнләй юҡ кеүек. Урыҫ ҡыҙының алтын менән сигелгән кокошнигы, мордва һылыуының мәрйендәр менән нағышланған сорокаһы ла сағыулығын юғалтмаған тиерлек. Яулыҡтарҙың да ниндәйе генә юҡ. Һәр экспонат ҡабатланмаҫ һәм айырым иғтибарға лайыҡ.