Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының элекке рәйесе, дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре Нурмөхәмәт хәҙрәт Нимғмәтуллин баш ҡаланың Мосолмандар зыяратында ерләнде. Уны һуңғы юлға оҙатырға республиканың район-ҡалаларынан яҡындары, замандаштары килде. Күптәр уның ниндәй кеше булыуы тураһында һөйләне, хәтирәләре менән бүлеште. Нурмәхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ауыр туҡһанынсы йылдарҙа 46 ғына йәшендә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй вазифаһын башҡарҙы. Динле ғаиләлә тыуып үҫкән хәҙрәт Бохара мәҙрәсәһен тамамлай, һуңынан Имам әл-Бохари исемендәге Ислам институтында белем алып, барлыҡ ғүмерен дингә бағышлай. Мосолмандарҙы берләштереүгә күп көс һалыусы, замандаштарының йөрәгендә исламға һөйөү уятыусы дин әһеле һуңғы айҙа ҡаты ауырып китеп, яҡты донъя менән хушлашты. Республикаға тос өлөш индереүсе дин әһеле менән хушлашырға баш ҡаланан ғына түгел, райондарҙан килеүселәр ҙә бихисап ине. Уның яҡташтары, замандаштары, туғандары һәм йәштәр “Ихлас” мәсетенә йыйылды. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты етәксеһе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Нурмөхәмәт хәҙрәттең оло йөрәкле, һәр береһенә ихтирамлы булыуын белдерҙе. Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин дүрт ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Бигерәк тә, йәштәргә ҡарата һөйөүе ҙур ине, уларҙы дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа ярҙам итеп, кәңәштәрен еткерә ине, тип иҫкә ала уның хәләл ефете, яҡындары. Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин һәр бер кешенең йөрәгендә тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫтә ҡала. Һуңғы юлға оҙатҡанда ла күптәр уға күрһәткән ярҙам, кәңәштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Дин әһеле баш ҡаланың Мосолмандар зыяратында ерләнде.
Йәмәғәтселек Нурмөхәмәт хәҙрәт Нимғмәтуллинды һуңғы юлға оҙатты
Тулыраҡ: Йәмәғәтселек Нурмөхәмәт хәҙрәт Нимғмәтуллинды һуңғы юлға оҙатты