Шаҡша күперен ремонтлай башланылар

Тулыраҡ: Шаҡша күперен ремонтлай башланылар

Өфөнөң үҙәк өлөшөн Шаҡша биҫтәһе, Иглин районы һәм М-5 трассаһы менән тоташтырыусы төп юлдарҙың береһе ремонтҡа ябыла. Ҡариҙел йылғаһы аша һалынған күперҙә бөгөндән төҙөкләндереү эштәре башлана. Ҡариҙел аша һалынған күперҙе һуңғы тапҡыр бынан теүәл ун йыл элек ремонтлағайнылар. Хәҙер инде ул ныҡ ҡына таушалған һәм талаптарға яуап бирмәй.Ҡоролма Өфөнөң төнъяғындағы иң ҡатмарлы юлдарҙың береһе, тип иҫәпләнә. Төҙөкләндереү өсөн финанс сығымдар баш ҡала ҡаҙнаһынан алынған.Ҡариҙел аша һалынған күпер — резина мендәрҙәрҙә торған ҡоролма. Асфальт түшәү барышында барлыҡ техник ҡағиҙәләр теүәл үтәләсәк. Әлегә иһә күпер яңырғансы водителдәргә, юлсыларға автомобилдәр тығындарына түҙергә тура киләсәк. Өфө-Шаҡша юлын яңыртыуҙың бөгөн төп өлөшө — асфальт түшәү башлана. Сентябрҙең ун бишенә тиклем барасаҡ был эштәрҙең кире яғы ла бар. Бында сәғәттәргә һуҙылған тығындар фаразлана. Хәҙер Өфөгә эләгеү өсөн ситтән килеүселәргә М-биш трассаһы аша үтеү отошло буласаҡ.