Башҡортостан телевидениеһының 60 йыллығына арналған тәбрикләү тантанаһы тура эфирҙа барыуына бер ҙә аптырайһы түгел. Тап был студияла 6 тиҫтә йыл элек 1959 йылдың 1 мартында тәүге трансляция башланған. Ошо ваҡыттан алып бәләкәй генә студиянан төбәк телевидениеһы һуңғы технологияларға нигеҙләнгән бер-нисә студияны, үҙ аллы йүнәлештә эшләгән ете ижади коллективты, тәүлек әйләнәһенә юғары сифатта эшләгән радио һәм теле каналдарҙы берләштергән медиа-холдингка әйләнде. Ижади төркөмдөң шатлығын уртаҡлашыу йәһәтенән телеүҙәккә мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары, төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов компанияның бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәренә маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында ғүмеренең күп өлөшөн яратҡан эшенә бағышлаған хеҙмәткәрҙәр — дикторҙар, хәбәрселәр, операторҙар, иҡтисадсы, бухгалтерҙар, инженер, механиктар һәм балта оҫтаһы ла бар. Үҙ эшенә мөкибән киткән коллектив һәм көслө етәксе булғанда ғына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп була. Был тантната 60 йыллыҡ юбилейға арналған сараларҙың башы ғына. Данлы үткәнде иҫкә алыу, бөгөнгө уңыштарҙы барлау - киләсәккә яҡты өмөттәр менән атларға һәм тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға ирешергә этәргес көс биреп тора.
Данлы үткәнде иҫкә алыу, бөгөнгө уңыштарҙы барлау
Тулыраҡ: Данлы үткәнде иҫкә алыу, бөгөнгө уңыштарҙы барлау