Благовар районы Пришиб ауылында йәшәүсе йәш тә һигеҙ айлыҡ Алмаз Ямаев донъяла һирәк осраған сир менән яфалана. Сабый сит илдән килтерелгән берҙән-бер препарат ярҙамында ғына хәрәкәтләнә ала. Әммә һаулыҡ һаҡлау министрлығы бала өсөн мөһим булған дарыуға заказ яһарға онотҡан. Йәш тә һигеҙ айлыҡ Алмаз тыумыштан лимфа мальформацияһы, йәғни лимфа тамырҙарының үҫеш кәмселеге менән ауырый. Лилиә Ямаева һөйләүенсә, улына йөклө булғанда уҡ узи аша сабыйҙың ҡултыҡ яғында шеш барлыҡҡа килгәнен күрәләр. Бының ҡурҡынысы юҡ, бала донъяға килгәс тә, операция яһарға мөмкин, тип тынысландыра табиптар. Әммә шештең ҙур булыуы арҡаһында бысаҡ аҫтына ятыу ҡәтғи тыйыла. Ә был фотоһүрәттәр дауаханала төшөрөлгән. Алмаздың сирен Мәскәү, Санкт-Петербург белгестәре лә тикшерә. Улар был ауырыуҙы бер ысул менән генә дауаларға мөмкин тигән һығымтаға килә. Бала сиролимус препаратын ҡулланғас ҡына, уның тәнен уратып алған ҙур шеш яйлап бөтә. Хәҙер Алмаз аяҡ-ҡулдары менән еңел хәрәкәтләнә ала. Был препаратты һатып алыуға йәш ата-әсәгә тәүҙә хәйриә фондтары ярҙам итә. Һуңынан әллә күпме мөрәжәғәттәрҙән һуң республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы балаға ярҙам итергә вәғәҙә итә. Документтар буйынса һаулыҡ һаҡлау министрлығы бала өсөн мөһим булған препаратты ваҡытында килтерергә тейеш ине. Әммә алты ҡап урынына ғаилә әлегә дүртәүһен генә ҡулына алған. Бер ҡап дарыу алтмыш мең һум тора. Ул дарыуханаларҙа һатылмай, уны тик вәкилдәр генә заказ аша ала. Әммә был юлы, ханым һүҙҙәренсә, дарыуҙы алырға йә онотҡандар, йә бөтөнләй заказ эшләмәгәндәр. Препаратты ҡабул итмәгән осраҡта тәндәге шеш яңынан үҫә. Был мәсьәләне әле прокуратура тикшерә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был хәл буйынса ниндәй ҙә булһа аңлатма биреүҙән баш тартты. Шулай ҙа ошо арала препаратты ғаилә аласаҡ, тип белдерҙе. Хәҙер Алмазға мөһим дарыуҙы көтөргә генә ҡала. Тик ата-әсә тәндәге шештең ҡапыл ҙурайыуынан ҡурҡа.
Сабыйға ярҙам кәрәк
Тулыраҡ: Сабыйға ярҙам кәрәк