Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары лидерҙары Константин Толкачев менән осрашты. Йәш белгестәргә ярҙам, студент отрядтары хәрәкәтен үҫтереү, башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен тергеҙеү – республиканың алдынғы йәштәрен борсоған мәсьәләләр бихисап. Шуларҙың бер-нисәүһе буйынса улар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләште. Осрашыуҙа төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Ҡайһыһындыр айырып ҡына билдәләп булмай, һәр береһе иғтибарға лайыҡ, тине Константин Борисович. Шулай уҡ, осрашыу барышында республиканың йәмәғәт ойошмалары лидерҙарына рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеген алып барған, “Йәш яҡташтар берлектәре” ассоциацияһы рәйесе Байрас Азаматов та бар. Өлкәндәр тәжрибәһе йәштәрҙең сәме менән ҡушылғанда эш тә һөҙөмтәлерәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, был тәжрибәне район-ҡалаларға ла таратһалар, йәштәр тарафынан сыҡҡан закон инциативалары тағы ла күберәк булыр ине.